2024 йылда Башҡортостанда халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен яңыртыуға 633 миллион һум йүнәлтелә, шуның 426 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Билдәләп үтәйек: 2024 йылда Башҡортостан илдең 12 төбәге иҫәбендә «Демография» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен комплекслы яңыртыу проектына инде. Республикалағы барлыҡ 69 офис та «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге форматында эшләйәсәк. Төп офис – Өфөләге Идара итеүсе халыҡ мәшғүллеге үҙәге, ул Октябрь проспектындағы «Артерия» бизнес-үҙәге бинаһында урынлашҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йылдан Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында кадрҙар үҙәктәре пилот объекты булараҡ яңыртылды.
Офистарҙың бер өлөшө республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә урынлаша, уларҙы 10 муниципалитетта төҙөргә планлаштыралар. Бындай тәүге офистар Сибайҙа һәм Дыуан районының Мәсәғүт ауылында 2024 йылдың өсөнсө кварталында асылыр, тип көтөлә. Бынан тыш, модулле мәшғүллек үҙәктәре Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Иглин, Мишкә һәм Туймазы райондарында ла төҙөлә.
Ленара Иванова, яңыртылған кадрҙар үҙәктәре һанлы сервистарҙы әүҙем файҙаланасаҡ, тип билдәләне. Был Күп функциялы «Минең документтарым» үҙәге һәм «Минең бизнесым» үҙәге менән берлектә берҙәм тәҙрә режимында хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Сығышы һуңында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры 28 июндә барлыҡ муниципалитеттарҙа ла «ПрофФест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең федераль этабы уҙыуы хаҡында хәбәр итте. Өфөлә сара «Торатау» конгресс-холында ойошторола.
Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә – Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков, Дәүләт Думаһы депутаттары Михаил Киселёв һәм Эльвира Айытҡолова.
Башҡортостан Башлығы кадрҙар үҙәктәрен комплекслы яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне. Ул Стәрлетамаҡта 2020 йылда яңыртылған Көньяҡ-Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәген миҫалға килтерҙе.
– Асылда, мәшғүллек хеҙмәтенең тышҡы ҡиәфәте һәм йөкмәткеһе тулыһынса үҙгәрә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Әгәр бөтә үҙәктәрҙе Стәрлетамаҡтағы кеүек эшләһәк, бик шәп буласаҡ. Тейешле финанслау ҙа бар.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә «ПрофФест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең федераль этабын анонслауҙа һәм яҡтыртыуҙа мәғлүмәти ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.