+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Июня 2024, 05:04

Табиптарҙың күсмә бригадалары ауылдар буйлап йөрөй

Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башлағандан бирле белгестәр республикабыҙ райондарында 77 781 кешене ҡабул иткән, 18 770 тикшереү, шул иҫәптән 11 762 флюорография, 7 008 маммография үткәрелгән.

Табиптарҙың күсмә бригадалары ауылдар буйлап йөрөйТабиптарҙың күсмә бригадалары ауылдар буйлап йөрөй
Табиптарҙың күсмә бригадалары ауылдар буйлап йөрөй

Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башлағандан бирле белгестәр республикабыҙ райондарында 77 781 кешене ҡабул иткән, 18 770 тикшереү, шул иҫәптән 11 762 флюорография, 7 008 маммография үткәрелгән.

 2 066 кешенең ҡанында глюкоза күплеге, 2 461-ендә холестерин күтәренке булыуы, 3 425-ендә – юғары ҡан баҫымы, 3 066-һында артыҡ ауырлыҡ асыҡланған.

 Табиптар 1 799 кешелә тәү тапҡыр социаль әһәмиәтле сир билдәләгән. 1 365-ендә юғары ҡан баҫымы менән бәйле сир диагнозланған, 93-өндә яман шеш, 332-һендә шәкәр диабеты, туғыҙында туберкулез үҫешеүгә шик тыуған, улар диагнозды аныҡлау өсөн дауаханаларға ебәрелгән.
“Сәләмәтлек поездары” графигы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында таныша алаһығыҙ: https://clck.ru/34K7EF

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы социаль селтәренән.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас