+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Июнь 2024, 08:22

Рөхсәт ителмәгән урында йылғаға сумған үҫмер ағымға эләккән

20 июндә кискә ҡарай Өфөнөң Инорс биҫтәһендә һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Бер төркөм үҫмерҙәр Ҡариҙелгә һыу инергә килгән булған.

Рөхсәт ителмәгән урында йылғаға сумған үҫмер ағымға эләккәнРөхсәт ителмәгән урында йылғаға сумған үҫмер ағымға эләккән
Рөхсәт ителмәгән урында йылғаға сумған үҫмер ағымға эләккән

20 июндә кискә ҡарай Өфөнөң Инорс биҫтәһендә һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, бер төркөм үҫмерҙәр Ҡариҙелгә һыу инергә килгән.

«Малайҙарҙың береһе бетон стенанан йылғаға һикергән һәм тәрәнгәрәк ингән. Уны шунда уҡ ағым ағыҙып алып киткән. Күпмелер ваҡыттан һуң ул бөтөнләй күҙҙән юғалған. Шул саҡта ғына иптәштәр ашығыс хеҙмәттәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Әйткәндәй, фажиғә булған урында һыу инеүҙе тыйған ике аншлаг ҡуйылған.

Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикабыҙҙа 25 кеше һыуға батҡан. 1 июндән 21 ир-егет, өс ҡатын-ҡыҙ һәм бер үҫмерҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарғандар.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-06-20/v-ufe-podrostka-nyrnuvshego-v-reku-v-nepolozhennom-meste-uneslo-techeniem-3816684

Автор:
Читайте нас