Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән 2030 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сәнәғәт һәм башҡа ойошмаларға газ үткәреү төбәк программаһы раҫланды. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәр иҫәбендә – торлаҡ фондына газ үткәреү кимәлен 88% еткереү, газ торбалары һуҙыу, автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станцияларын 116-ға арттырыу (әле 51) һәм башҡалар. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме – 52,8 миллиард һум. Шуның 1,6 миллиард һумы – федераль һәм төбәк бюджеттары аҡсаһы, 51,2 миллиард һумы бюджеттан тыш аҡса (шул иҫәптән «Газпром» инвестициялары) тәшкил итәсәк.
Программаны ғәмәлгә ашырыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың 212 тораҡ пунктын газ менән тәьмин итеү, 6 мең саҡрымдан ашыу газ бүлеү селтәрҙәре, 85 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөү, 9637 берәмек автотранспортты газ-мотор яғыулығына күсереү планлаштырыла.
Сығанаҡ: "Башинформ".