Бөгөн Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында халыҡ һаулығы һағында тороусы аҡ халатлыларға дәүләт бүләктәре тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, уларҙы Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, былай тине:
– Һеҙгә Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм Хөкүмәтебеҙ исеменән ихлас тәбрикләү һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Һаулыҡ – иң ҡәҙерле байлыҡ, унан башҡа бәхетле, тулы ҡанлы тормош мөмкин түгел. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, һәр ваҡыт оло ихтирамға лайыҡ. Республикабыҙ Хөкүмәте һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә айырым иғтибар бирә һәм тармаҡты финанслау йылдан-йыл арта бара, – тине ул һәм был тәңгәлдә республикала башҡарылған эштәргә ҡыҫҡаса туҡталып китте. – Бөгөнгө дәүләт бүләктәре – һеҙҙең фиҙакәр, ауыр хеҙмәтегеҙгә, юғары профессионализмығыҙға, кешеләр һаулығын һаҡлауға һалған тырышлығығыҙға ғәҙел баһа, – тип билдәләне Азамат Фәрит улы. Ул үҙенең әсәһенең дә медицина хеҙмәткәре булыуын, был өлкәлә 43 йыл эшләүен, шуға күрә ошо һөнәр эйәләренең эше нисек ауыр ҙа, ҡыуаныслы ла икәнен яҡшы белеүен әйтеп үтте.
Башҡортостан Республикаһы Почет Грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау ҡағыҙы, “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бөгөн 40 медицина хеҙмәткәренә бирелде.
Өфө ҡалаһы 21-се клиник дауаханаһының бер түгел, өс вәкиле: кардиохирургия бүлеге мөдире Сәғит Ҡазбулатов, хирургия бүлеге мөдире Азамат Фәтҡуллин, дауахананың баш шәфҡәт туташы вазифаһын башҡарыусы Әлфиә Мырҙагилдина юғары наградалар алып шатланды. 40 йылға яҡын ғүмерен кешеләр сәләмәтлеген һаҡлауға арнап, бөгөн “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ булған Сәғит Сәғәҙи улы Ҡазбулатов үҙенең ҡыуаныслы тойғолары менән уртаҡлашты:
– Был награданы минең генә түгел, барлыҡ хеҙмәттәштәремдең, туған коллективымдың эшенә ҙур баһа тип ҡабул итәм. Республикабыҙ, дауаханабыҙ етәкселегенә хеҙмәтебеҙҙе ошолай баһалағандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Әлеге минуттарҙа күңелем остаздарым-уҡытыусыларыма ла рәхмәт хистәре менән тулы. Әлбиттә, юғары исем юғары яуаплылыҡ өҫтәй, республикабыҙҙа медицинаны үҫтереүҙә тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә дәрт бирә, – тине ул.
Алиса Мөхлөсова фотоһы.
.