+24 °С
Ямғыр
Өфөнөң «Транспорт инфраструктураһы идаралығы» предприятиеһы 1 июлдән электр транспортында юл хаҡының үҙгәреүе тураһында хәбәр итте. Пластик карта, берҙәм транспорт картаһы менән, транспорт ҡушымтаһы ярҙамында түләгәндә юл хаҡы 31 һум була. Банк картаһы һәм ҡулаҡса менән иһә 35 һум.
Мәктәп уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн 18 һум буласаҡ. Багаж өсөн 22 һум түләргә кәрәк.
Сығанаҡ: "Башинформ".