Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан «Һөт иле» фестивален үткәреү көнөн хәбәр иттеләр. Был байрам 21 һәм 22 сентябрҙә Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһы буйында ойоштороласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған.
Һәр ваҡыттағыса, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн төрлө саралар үткәреү планлаштырыла. Аттракциондар, спорт майҙансыҡтары, фудкорт һәм һөт йәрминкәһе генә түгел, башҡа саралар ҙа күҙаллана, ти ойоштороусылар, әлегә бөтә серҙәрҙе лә асмайҙар.
«Һөт иле» ғаилә фестивале 2011 йылдан башлап уҙғарыла. Ул Башҡортостанда етештерелгән һөт һәм һөт ризыҡтарын ҡулланыуҙы арттырыуға, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән.
Сығанаҡ: «Башинформ».