+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
20 Июнь 2024, 04:01

Халыҡ табиптары «Ер көсө» фестиваленә йыйыла

«Ер ҡото – Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале быйыл 22 июндә Ғафури районының гүзәл мөйөшөндә – Уҡлыҡая янында ойошторола.

Халыҡ табиптары «Ер көсө» фестиваленә йыйылаХалыҡ табиптары «Ер көсө» фестиваленә йыйыла
Халыҡ табиптары «Ер көсө» фестиваленә йыйыла

«Ер ҡото – Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале быйыл 22 июндә Ғафури районының гүзәл мөйөшөндә – Уҡлыҡая янында ойошторола.

– Фестивалде баштан уҡ халыҡтарҙың этномәҙәни йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм уларҙың абруйын арттырыу, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү өсөн ойошторҙоҡ. Хәҙер уның тематикаһы киңерәк. Икенсе йыл инде махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, яугирҙәрҙең әсәләренә һәм хәләл ефеттәренә ярҙам өҫтөнлөклө бурысыбыҙ булып тора. Бай программа әҙерләнек. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл табыр, Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән танышыр, тип ышанам, – тине сараны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Былтыр сараға 100-ҙән ашыу халыҡ табибы килгән. Быйыл башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар көтөлә. Фестивалдә ҡатнашыуға махсус сертификаты һәм эшмәкәрлек алып барырға рөхсәте булған халыҡ табиптары ғына индерелә, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.

Фестивалдә оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар үткәреләсәк. Темалары – дауалау процедуралары, психологик техника, ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙ энергияһын әүҙемләштереү. Һөнәрҙәр йәрминкәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре,  шифалы ризыҡтар һәм эсемлектәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе буласаҡ.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

Автор:
Читайте нас