Был аҙна физик әүҙемлектең мөһимлеге хаҡында мәғлүмәтте еткереү аҙналығы булараҡ уҙа. Аҙ хәрәкәтләнеү йөрәк ишемияһы сире үҫешеүен 30 процентҡа, II типтағы шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүҙе – 27, йыуан эсәк һәм түш яман шеше менән сирләү ҡурҡынысын 21-25 процентҡа арттыра, ти табиптар.
Хатта иң ябай көндәлек күнекмәләр ҙә һаулыҡты нығыта. Мәҫәлән, эшкә йәйәү йәки велосипедта барыу, иртән зарядка яһау, саф һауала йөрөү баһалап бөткөһөҙ файҙалы. Табиптар аҙнаһына 150-300 минут уртаса физик әүҙемлек йәки 75-100 минут йылдам физик әүҙемлек мотлаҡ, тип билдәләй табиптар. Хәрәкәттә бәрәкәт икәнен онотмайыҡ, дуҫтар!
Фото Республика йәмәғәтселек һаулығы һәм медицина профилактикаһы үҙәге социаль селтәренән.