+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Июня 2024, 09:29

Ҡабатланмаҫ сихри мәлдәр

Башҡортостандың Милли музейында Айрат Нурмөхәмәтовтың фотокүргәҙмәһе асылды.

Ҡабатланмаҫ сихри мәлдәрҠабатланмаҫ сихри мәлдәр
Ҡабатланмаҫ сихри мәлдәр

Башҡортостандың Милли музейында Айрат Нурмөхәмәтовтың фотокүргәҙмәһе асылды.

 

“40 йыл мөғжизә эҙләгәндә” тип аталған күргәҙмә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең фотохәбәрсеһе, фоторәссам Айрат Нурмөхәмәтовтың 60 йәшлек юбилейына һәм ижади эшмәкәрлегенә 40 йыл тулыуға арналған.

Айрат Билал улы 1964 йылда Нуриман районының Иҫке Күл ауылында тыуған. 1982 йылда Өфө полиграфия училищеһын тамамлағас, йәш белгес Кострома өлкәһендә район гәзиттәренең береһендә фотохәбәрсе булып хеҙмәт юлын башлай. 1985 йылдың мартынан алып “Башҡортостан” гәзите редакцияһында эшләй ул.

Күргәҙмә асыу тантанаһына Айрат Нурмөхәмәтовтың хеҙмәттәштәре, дуҫтары, фекерҙәштәре килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов фоторәссамды тантаналы көн менән ҡотлап, уға иң изге теләктәрен еткерҙе һәм ойошманың иң юғары наградаһын – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын тапшырҙы.

Тантанала шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, журналист, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы генераль директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, билдәле фоторәссам Рәиф Баҙыҡов һәм башҡалар сығыш яһаны. Улар барыһы ла Айрат Нурмөхәмәтовтың һөнәри оҫталығын, һәр геройы менән шунда уҡ уртаҡ тел табып, күңеленә күпер һала белеүен; ихласлыҡ, кешелеклелек кеүек күркәм сифаттарын билдәләне. Ысынлап та, көндәлек тормоштоң ҡәҙимге мәлдәрен дә сәнғәт әҫәренә әйләндерә белеү, тирә-яҡ донъяны башҡа күҙлектән күрһәтә алыу – ҙур һәләт, профессионалға хас һөнәри үҙенсәлек.

Айрат Нурмөхәмәтов  халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика кимәлендәге сараларҙы ла, ябай хеҙмәтсәндәр эшен, көндәлек күренештәрҙе лә берҙәй сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп төшөрә. Республика тормошондағы барлыҡ ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған фотохәбәрсе күргәҙмәгә иң сағыу кадрҙарҙы һайлаған. Һәр фотоһүрәттә ниндәйҙер сағыу һәм ҡабатланмаҫ тарихи мәл һынланған.

Экспозиция 14 июлгә тиклем эшләй.

 

Фото – Альберт Заһиров.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас