Әбйәлил районында ҡупҡан дауыл төҙөлөп ятҡан бер нисә йорттоң, шулай уҡ мәктәптәрҙең ҡыйығын алып ташлаған. Шулай уҡ көслө ел арҡаһында Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылында Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы бинаһының ҡыйығы өлөшләтә емерелгән.
«Сиҙәм ауылында яуған боҙ-борсаҡ баҡсаларға ғына түгел, сайдинг менән көпләнгән йорттарға ла зыян килтергән», — тип хәбәр ошо хәлдең шаһиты һәм ваҡиға урынынан фотоһүрәттәре менән уртаҡлаша.
Туйыш ауылында иһә 55 һарыҡты һәм бер һыйырҙы йәшен атҡан. Көтөүсе иҫән ҡалған. Был хәлгә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатма бирҙеләр.
https://www.bashinform.ru/news/law/2024-06-18/v-bashkirii-uragannyy-veter-povredil-kryshi-dvuh-uchebnyh-zavedeniy-3813083