Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова 1941 йылдың 15 декабрендә Ишембай районының Маҡар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, 1966 – 1968 йылдарҙа Күмертау районында (хәҙерге Көйөргәҙе районы) уҡытыусы булып эшләй. 1968 йылдан журналистикаға күсә. Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһында хеҙмәт итә. Мәскәү ҡалаһында Юғары курстарҙа уҡый. Һуңынан Башҡортостан телерадиокомпанияһында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара.
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Әнисә Таһирова – башҡорт, рус, татар телендә сыҡҡан 20 китап авторы. “Башҡортостан ҡыҙы” коллективы мәрхүмәнең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.