+30 °С
Облачно
«Башнефть» йәнә бензинға хаҡты арттырған. Хәҙер компанияның яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бер литр АИ-95 ATUM 54,80 һум (+40 тин), АИ-92 – 49,80 һум (+40 тин), АИ-92 ATUM – 50,90 һум (+40 тин) тора. Дизель яғыулығы ла ҡиммәтләнгән, бер литры 62,70 һумға еткән (+40 тин).
Ә бына АИ-100 хаҡы бер аҙ төшкән – 65,45 һум (-20 тин).
Сығанаҡ: «Башинформ».