+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Июнь 2024, 05:11

Башҡортостан сырҙары юғары баһа алған

Tvil туристик сервисы Рәсәйҙең иң тәмле сыр етештереүсе төбәктәре рейтингын төҙөгән. Башҡортостан унда 6-сы урынды биләй.

Башҡортостан сырҙары юғары баһа алғанБашҡортостан сырҙары юғары баһа алған
Башҡортостан сырҙары юғары баһа алған

Tvil туристик сервисы Рәсәйҙең иң тәмле сыр етештереүсе төбәктәре рейтингын төҙөгән. Башҡортостан унда 6-сы урынды биләй, тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың 7% республикабыҙ сырҙарын хуп күргән. Бында күптәрҙең һөйөүен яулаған ҡаты һәм ярым ҡаты сырҙар етештерелә, тип билдәләнә тикшеренеүҙә.

Башҡортостан сырҙары Төньяҡ Осетия һәм Углич сырҙарына ҡарағанда күберәк тауыш йыйған. Рейтингта Кострома һәм Адыгей сырҙары алдынғылыҡты бирмәй.

Башҡортостанда сыр етештереү яңы кимәлгә сыға. Бәләбәй һөт комбинаты менән бер рәттән республикала шәхси етештереү ҙә әүҙем үҫешә.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас