“Патриот” хәрби-патриотик паркында медицина хеҙмәткәрҙәре араһында Батырҙар ярышы уҙҙы. Бәйгелә аҡ халатлыларҙың 38 командаһы, йәмғеһе 230-ҙан ашыу кеше ҡатнашты.
Ярышта шулай уҡ Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Роспотребнадзор идаралығы, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре көс һынашты.
Медиктар 14 ҡаршылыҡтан торған юл уҙҙы. Траншея, канат, тоннелдәр, бейек стеналар аша үткәндә лә, трамплиндан һикергәндә лә һәм башҡа кәртәләрҙе еңгәндә лә улар һынатманы.
– Бындай сағыу саралар медицина хеҙмәткәрҙәренең берҙәмлеген күрһәтә. Медиктар – беҙҙең заман геройҙары, бергә булғанда бөтә бурыстарҙы ла хәл итә алабыҙ, – тине медицина хеҙмәткәрҙәренең республика һөнәри союзы рәйесе Рауль Хәлфин.
Фотолар: медицина хеҙмәткәрҙәренең республика һөнәри союзы социаль селтәренән.