Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәттең интернет-порталында баҫылған.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты булдырыласаҡ һәм уның составы раҫланасаҡ, тиелә указда. Ойоштороу комитеты, Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштарына һәм башҡа мөһим ваҡиғаларына арналған тантаналы сараларҙы ла күҙҙә тотоп, саралар планын төҙөйәсәк һәм раҫлаясаҡ. Был указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә йөкмәтелде.
Фото “Башинформ”дан алынды.