Көндәрҙең үтә эҫе тороуы һаулыҡҡа кире йоғонто яһауы мөмкин, ти табиптар. Бигерәк тә ҡалала таш йорттарҙың, асфальт юлдарҙың ҡыҙыуы эҫенең насар тәьҫирен көсәйтә. Эҫе осорҙо имен генә үткәреп ебәреү өсөн, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ.
Тән “тын алырлыҡ”, тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән кейем кейегеҙ.
Етерлек күләмдә һыу, йәшел сәй, минераль һыу эсегеҙ.
Ҡояштың туп-тура төшкән нурҙары аҫтында оҙаҡ булмағыҙ. Ҡояштан һаҡлаусы крем һөртөп, башығыҙға кейеп йөрөгөҙ.
Өҫтәлегеҙҙә күберәк йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтары, балыҡ булһын. Майлы аҙыҡтан был осорҙа баш тартһағыҙ, яҡшыраҡ.
Әүҙем спорт менән шөғөлләнмәй тороғоҙ, күнекмәләрҙең көс төшөрмәй торғанын ғына эшләгеҙ.
Стрестарҙан һаҡланығыҙ, күңел тыныслығын юғалтмаҫҡа тырышығыҙ.
Әгәр йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланаһығыҙ икән, хәлегеҙҙе даими тикшереп тороғоҙ, табип ҡушҡандарҙы теүәл үтәгеҙ. Хәлегеҙ үҙгәрһә, мөмкин тиклем тиҙерәк медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының социаль селтәренән.