“Атай даны” тип исемләнгән йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә республика конкурсы – атайҙарға үҙ тарихы менән таныштырырға, лайыҡлы танылыу алырға ярҙам итеүсе проекттың абруйы йылдан-йыл арта. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ошо проектты биш йыл элек ғәмәлгә ашыра башлағайны.
Ошо йылдар дауамында был миҙалға республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәүсе табиптар, педагогтар, ауыл эшсәндәре, музыкантар, ирекмәндәр, йәмәғәтселәр, спортсылар, күп балалы атайҙар лайыҡ булды.
Конкурста Башҡортостанда кәмендә биш йыл даими йәшәүсе, Рәсәй гражданлығына эйә, балаларын лайыҡлы тәрбиәләүсе уҙамандар ҡатнаша ала.
Бәйгелә үҙҙәрен һынарға теләүсе атайҙар үҙҙәренең һөнәри, шәхси уңыштары, балаларының ҡаҙаныштары, батырлыҡҡа тиң эштәре, ғаилә традициялары, үҙ районында йәки ҡалаһында йәшәүселәргә ярҙам итеүҙәре хаҡында бүлешергә мөмкин.
Конкурста ҡатнашыуға заявканы 2024 йылдың 15 июненә тиклем ошо һылтанма аша бирергә мөмкин: https://forms.yandex.ru/cloud/66444a5feb6146f61fbc6587 йәки конкурс хаҡындағы положениела күрһәтелгән документтар пакетын әҙерләп, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының түбәндәге электрон адресына ебәрергә кәрәк: oprb2011@mail.ru.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (347) 280-82-36 телефоны буйынса (Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының ойоштороуҙы тәьмин итеү бүлеге) белергә була.
Республика Йәмәғәт палатаһының сайтында конкурс шарттары менән ентекләберәк танышырға мөмкин.