Был йома, 14 июндә, Өфө ваҡыты буйынса сәғәт ун тула егерме һигеҙ минутта (21:32) Меркурийҙың Ҡояш менән үрге тоташыуы күҙәтеләсәк. Был Меркурийҙың кисен генә күренеү осорон билдәләй. Шулай булһа ла, Ҡояшҡа яҡын урынлашҡанлыҡтан, ул июнь урталарына тиклем әллә ни күҙгә салынмаясаҡ. Әммә, Ҡояштан алыҫлашҡан һайын, унан бер нисә минутҡа һуңғараҡ байыған Меркурийҙы эңер төшкәс күрергә мөмкин буласаҡ. Ә июнь аҙағында, Ҡояштан бер сәғәткә һуңғараҡ байый башлағас, төньяҡ-көнбайышта Игеҙәк йондоҙлоғонда яҡты йондоҙ булып балҡыясаҡ ул. Был күренеш Меркурийҙың Ҡояш менән түбәнге тоташыуына тиклем дауам итә, ул 2024 йылдың 19 авгусында була, шунан һуң ғына уны яңынан иртән күрергә мөмкин. Меркурий – Ҡояш системаһындағы иң теремек планета – Ҡояш тирәләй уның бер әйләнеше ерҙәге 88 тәүлеккә тиң. Һөҙөмтәлә уның торошо тиҙ үҙгәрә һәм дүрт ай эсендә ул йә киске, йә иртәнге йондоҙға әйләнә, тип һөйләнеләр планетарийҙа.