11 июндә Өфөләге Матбуғат йорто алдында Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтте.
Сара Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Матбуғатҡа яҙылыу байрамы менән журналистарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Елена Арямнова, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев ҡотланы. Артабан 14 июндә билдәләнгән Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы иң яҡшы матбуғат хеҙмәткәрҙәре ведомство наградалары менән билдәләнде.
Сарала республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре үҙҙәренең баҫмаһы тураһында һөйләне һәм гәзит-журналдарға яҙылырға саҡырҙы. Һәр ваҡыттағыса Матбуғат байрамында халыҡ оҫталары ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙо, йәрминкә булды. Ҡунаҡтарға Нәзифә Ҡадирова, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Зилә Лира, Руслан Зөлҡәрнәев, Заһир Шәйәхмәтов (Заһир Байыҡ), Ян Лира, Владимир Кузьмичев, Зөлфиә Ханнанова, Артур Туҡтағолов, Ясмина Лоҡманова, Айнур Ғәзизов, Венера Юлгилдина, Харис Шәрипов, Гөлйемеш Ҡылысова, Илнур Ишембаев йыр-моңдарын бүләк итте.
10 июндә 2024 йылдың икенсе яртыһына льготалы яҙылыу декадаһы иғлан ителгәйне, шуға күрә байрамда матбуғатҡа яҙылыусылар ташламалар менән файҙалананды.
Бынан тыш, “Изге подписка” акцияһы ярҙамында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, туғандарының һәм яҡындарының ғаиләләре өсөн гәзит-журналдарға яҙылыу мөмкин булды.
Сараның аҙағында ошо көндә матбуғатҡа яҙылыусылар "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ойошторған уйында ҡатнашты һәм бүләктәр – велосипед, көнкүреш техникаһы, сымһыҙ наушник, пауэрбанк кеүек әйберҙәр отторҙо. Мәғлүм булыуынса, Матбуғатҡа яҙылыу байрамында ҡатнашыусылар 250-нән ашыу дана гәзит-журналдарға яҙылған. Ә төп бүләк – велосипед “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылған уҡыусыға - Суфия Рәхмәтуллинға эләкте. Көнкүреш техникаһын “Һәнәк” һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарына яҙылғандар алды. Сымһыҙ наушниктар Һәм пауэрбанктар “Өмөт” һәм “Башҡортостан” гәзиттәре, “Башҡортостан уҡытыуысы” журналы яҙылыусыларына эләкте. Ун гәзит-журналға яҙылған тележурналист Шәүрә Ғилманова бер юлы ике приз отто.