+30 °С
Облачно
Өфөлә, Матбуғат йорто алдында, Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтә.
Матбуғат йорто ҡаршыһындағы майҙанда "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортона берләшкән гәзит-журналдар редакциялары үҙҙәренең тематик мөйөшөн булдырып, матбуғатҡа яҙылыу ойоштора. Был эштән йылдағыса “Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалмай. Шулай уҡ сара барышында китап һатыу, халыҡ һөнәрмәндәре йәрминкәһе үтә. Үҙҙәренең яратҡан баҫмалары исеменән халыҡты тәбрикләргә тип билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре лә килгән, улар байрамды матур йырҙары менән биҙәй.