+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Буласаҡ медиктар спорт менән дуҫ

Республикабыҙҙың медицина колледждарында белем алыусы 150 студент ике көн дауамында Белоретта уҙған спартакиадала көс һынашты.

Буласаҡ медиктар спорт менән дуҫ
Буласаҡ медиктар спорт менән дуҫ

Республикабыҙҙың медицина колледждарында белем алыусы 150 студент ике көн дауамында Белоретта уҙған спартакиадала көс һынашты.

Улар еңел атлетика, атыу, шахмат, волейбол һәм өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙа дәррәү ҡатнашты.

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы рәйесе Рауль Хәлфин, сараны асып: “Беҙ бөгөн республикабыҙҙың алдынғы, иң яҡшы йәштәрен күрәбеҙ. Профсоюз студенттарҙың уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт тормошонда алға ынтылышын хуплай, үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Медицина колледждарында уҡыусыларҙың барыһы ла – беҙҙең профсоюз ағзалары”, – тине һәм бәйгеселәргә уңыштар теләне.

Спартакиадала йәштәр яңы дуҫтар тапты, бейек үрҙәргә талпынырлыҡ дәрт һәм көс алды.

Ярыштарҙа беренселекте Өфө медицина колледжы студенттары яуланы, икенсе урынға Сибай медицина колледжында уҡыусылар сыҡты, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы вәкилдәре – өсөнсө урында.

 Быйыл Белорет медицина колледжы спартакиадала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеүсе булараҡ сығыш яһаны, сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы.

Фотолар Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы социаль селтәренән.
#Һаулыҡһаҡлаупрофсоюзы
#Медицинахеҙмәткәрҙәрепрофсоюзы

Буласаҡ медиктар спорт менән дуҫ
Буласаҡ медиктар спорт менән дуҫ
Буласаҡ медиктар спорт менән дуҫ
Буласаҡ медиктар спорт менән дуҫ
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: