0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

2025 йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана

Рәсәй Хөкүмәте киләһе йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялауҙы тергеҙеү өсөн саралар күрәсәк. Премьер-министр Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

«Киләһе йылдың 1 февраленән эшләгән граждандарҙың пенсияһын индексациялау тергеҙелә. Хәҙер ундай кешеләр – 7 миллион 800 меңдән ашыу, улар бай эш тәжрибәһенә эйә», – тип билдәләне Мишустин.

«Улар эшен дауам итһен, белеме менән уртаҡлаша алһын өсөн шарттар булдырыу мөһим», – тип өҫтәне премьер. 
Мишустин вице-премьер Татьяна Голикованан пенсияны индексациялау мәсьәләһен үҙ контроленә алыуын һораны. «Тиҙ арала федераль ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләргә кәрәк. Бөтә тейешле ҡарарҙар яҙғы сессияла уҡ ҡабул ителеренә иҫәп тотабыҙ», – тип өҫтәне хөкүмәт башлығы.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: