+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Репродуктив һаулыҡты тикшереп тороу мөһим

Быйылдан башлап 18-49 йәшлек кешеләр өсөн яңы төр диспансеризация – репродуктив һаулыҡты баһалауға йүнәлтелгән тикшереүҙәр үткәреү күҙҙә тотола.

Репродуктив һаулыҡты тикшереп тороу мөһим
Репродуктив һаулыҡты тикшереп тороу мөһим

Быйылдан башлап 18-49 йәшлек кешеләр өсөн яңы төр диспансеризация – репродуктив һаулыҡты баһалауға йүнәлтелгән тикшереүҙәр үткәреү күҙҙә тотола, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 “Был тикшереүҙәр түлһеҙлеккә килтерергә мөмкин булған сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк”, – тип билдәләйҙәр министрлыҡта.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн диспансеризацияның был төрө акушер-гинекологта булыуҙы, енси ағзалағы микрофлораға анализ тапшырыуҙы, аналыҡ һәм түл биҙҙәренә, түштәргә ультратауыш тикшереүе үткәреүҙе үҙ эсенә ала.

Ир-аттар өсөн түбәндәге тикшереүҙәр ҡаралған: уролог-хирургҡа күренеү, спермограмма, енси ағзалағы микрофлораға анализ тапшырыу, енес биҙенә ультратауыш тикшереүе үткәреү.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы социаль селтәренән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: