8 июндә Өфөләге "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Нотариаль палатаһына 30 йыл тулыу уңайынан "Хоҡуҡ хеҙмәтендә – 30 йыл" тип аталған тантаналы йыйылыш үтте.
– Нотариат, үҙенең эшмәкәрлегенә өр-яңы технологиялар индереп, тормош менән бергә атлай. Һанлы технологиялар, "берҙәм тәҙрә" эш алымы, нотариаль хеҙмәттәрҙе сифатлы башҡарыу һәм башҡа яҡшы күрһәткестәр - шуға асыҡ миҫал. Шул ҡыуаныслы, нотариат йылдан-йыл халыҡҡа яҡыныраҡ була бара. Йыл да туғыҙ мең тирәһе нотариаль хеҙмәт башҡарыла, башҡа төрлөләре лә артҡандан-арта, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән ҡотлап
Нотариаль палатаһы төп эшенән тыш, шәфҡәтлелелек менән дә әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, халыҡҡа бушлай юридик хеҙмәттәр күрһәтәләр, балалар приюттарына, өлкән йәштәгеләр йорттарына, инвалидтар ойошмаларына һәм башҡаларға даими булышлыҡ ҡылалар. Айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙы, илебеҙҙең яңы биләмәләренән күсеп килгәндәрҙе, өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәрҙе ярҙамдан ташламайҙар, һалдаттарға конвой өсөн кәрәк-яраҡ туплағанда ла булышлыҡ итәләр.
Рәсәйҙең Федераль нотариаль палатаһы президенты Константин Корсик Башҡортостан Нотариаль палатаһының эшенә юғары баһа бирҙе.