+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә профессор Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған фольклористика буйынса Халыҡ-ара конференция үтте

8 июнь  Аҡмулла университетында "XXI быуат фольклоры һәм фольклористикаһы: тикшеренеү практикаһының актуаль йүнәлештәре һәм перспективалары" тип аталған III Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы.  Ул күренекле ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, күп  быуын тел белгестәрен тәрбиәләгән педагог Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды.

Өфөлә профессор  Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған фольклористика буйынса Халыҡ-ара конференция үтте
Өфөлә профессор Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған фольклористика буйынса Халыҡ-ара конференция үтте

Конференцияла Әхмәт Мөхәмәтвәли улының хеҙмәттәштәре, Башҡортостан, Алтай, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡалмыҡстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандың күренекле ғалимдары, ғалимдың  уҡыусылары ҡатнашты.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин сәләмләне һәм  республика Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев исеменән конференцияны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Халыҡ-ара форумдың ойоштороусылар - филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы.

- Әхмәт Сөләймәнов бик бай фәнни һәм ижади мираҫ ҡалдырҙы, һәм беҙгә уны өйрәнергә һәм танырға кәрәк әле. Уның исемен һәм хеҙмәттәрен сит илдәрҙә лә, Рәсәйҙә лә беләләр. Конференцияға сит илдәрҙән, шул иҫәптән Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан күренекле ғалимдар килде: Әл Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ милли университеты профессоры Анарбай Булдыбаев, Чирчик дәүләт педагогия университеты профессоры Насреддин Назаров. 75-тән ашыу ҡатнашыусының мәҡәләләре тәҡдим ителгән электрон йыйынтыҡ конференция йомғағы буласаҡ, - тине Розалия Солтангәрәева.

 

Фото: Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәте

Автор:
Читайте нас: