+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн кискә ҡеүәтле генә магнит дауылы көтөлә

8 июндә ҡояшта күҙәтелгән ҡабыныуҙар һөҙөмтәһендә 10-11 июндә Ер магнит дауылы йоғонтоһона бирелә.

Бөгөн кискә ҡеүәтле генә магнит дауылы көтөлә
Бөгөн кискә ҡеүәтле генә магнит дауылы көтөлә

8 июндә ҡояшта күҙәтелгән ҡабыныуҙар һөҙөмтәһендә 10-11 июндә Ер магнит дауылы йоғонтоһона бирелә, тип хәбәр итә Рәсәй Фәндәр академияһының Йыһан тикшеренеүҙәре институты. Геомагнит тәьҫир дүшәмбе кис башлана һәм шишәмбе көндөҙ генә баҫыласаҡ. Һауа торошо сервистары мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда магнит дауылының төшкө аш ваҡытында 3 балл менән башланыуы һәм киске сәғәт һигеҙгә 6 балға етеүе көтөлә. Магнитосфера торошо тәүлек эсендә 2 балл кимәленә кире ҡайтасаҡ. Был – дауыл ҡеүәтенең уртаса кимәле, тип билдәләй ғалимдар. Май айында Ер иң көслө йоғонтоға дусар булған — 10 баллға еткән. Атмосфераның ионлашыуы арҡаһында Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда ла төньяҡ балҡышы күҙәтеләсәк.  

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: