+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Талпандан зыян күргән

Бөгөнгә медицина ойошмаларына 4459 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Уларҙың һәр өсөнсөһө — бала.          

Талпандан зыян күргән
Талпандан зыян күргән

Башҡортостанда миҙгел башынан 4,5 мең самаһы кеше талпандан зыян күргән. Роспотребнадзорҙың республика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә медицина ойошмаларына 4459 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән.  Уларҙың һәр өсөнсөһө — бала.

Әлеге күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 27,5 % аҙыраҡ.

Республикала халыҡ күп йөрөгән урындарҙы акарицид ярҙамында эшкәртеү эштәре бара. Хәҙерге көндә 4065 гектар майҙан эшкәртелгән, шул иҫәптән йәйге һауыҡтырыу ойошмалары биләмәһе — 1292,3 гектар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-07/v-bashkirii-ot-prisasyvaniya-kleschey-postradali-4459-chelovek-3803019

Автор:
Читайте нас: