Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың Сәнәғәт министрлығы республикала пилотһыҙ авиасистемалар тармағын үҫтереү һәм уға ярҙам итеү тураһында «Милли технологик башланғыс платформаһы» ойошмаһы һәм РВ-1 радиоэлектрон технопарк менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнө.
Хеҙмәттәшлек сиктәрендә БПЛА-ны үҫтереү буйынса төбәк ғилми-етештереү үҙәге булдырыласаҡ, шулай уҡ яңы кадрҙар әҙерләү буйынса берлектәге белем биреү программалары әҙерләнәсәк.
«Был килешеү Рәсәйҙә пилотһыҙ авиация системалары өлкәһен һанлы үҙгәртеүҙе тиҙләтеү өсөн яңы уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға, шулай уҡ илдә төп инновация үҫеше үҙәктәренең береһе булараҡ Башҡортостан Республикаһының позицияһын нығытырға мөмкинлек бирә», – тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Сығанаҡ: «Башинформ».