+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында – өсөнсө урында

7 июндә XXVII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. 

Башҡортостан Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында – өсөнсө урында
Башҡортостан Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында – өсөнсө урында

7 июндә XXVII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Уны йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы эшҡыуарҙарҙың фекеренә таянып төҙөй.

2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан, үҙенең күрһәткесен бер урынға яҡшыртып, Мәскәү өлкәһе һәм Төмән өлкәһе менән өсөнсө урынды бүлеште. Рейтингтың тәүге ике баҫҡысын Мәскәү һәм Татарстан биләй. Башҡортостан беренсе тапҡыр рейтингта өсөнсө урынды алды.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: