+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры менән осрашты

Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ ошо вазифаға тәғәйенләнгән сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры менән осрашты

Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ ошо вазифаға тәғәйенләнгән сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов менән осрашты.

Башҡортостан илдә сәнәғәт үҫешенең этәргес көстәренең береһе булып тора, тип билдәләне осрашыуҙа Антон Алиханов.

«Һеҙ һәр саҡ беҙгә иҫәп тота алаһығыҙ. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы республикаға һәм һеҙҙең биләмәлә эшләгән етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүгә, технологик суверенитет йәһәтенән Рәсәй президенты ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә», — тип белдерҙе ул.

Башҡортостан Башлығы, Антон Алихановты яңы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлап, бының бик яуаплы һәм етди аҙым булыуын билдәләне.

«Тотош республика, беҙҙең идара итеү командаһы шулай уҡ килешеп эшләрбеҙ тип ышана. Башҡортостан — сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәк. Илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән тығыҙ эш алып барабыҙ. Беҙгә килегеҙ һәм барыһын да үҙегеҙ күрерһегеҙ»,—  тине Радий Хәбиров.

Хәҙер төп бурыстарҙың береһе — оборона һәләтлелеген нығытыу. Республикабыҙ өсөн был өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы һәм «Ростех» төркөмө предприятиеларының әүҙем эшләүен билдәләне. Тәү сиратта һүҙ Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе кеүек стратегик предприятие тураһында бара.

Радий Хәбиров министр менән аралашҡанда сәнәғәт предприятиеларын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Республикала «Алға» махсус иҡтисади зонаһын, индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереүгә, кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ла әһәмиәт бирелә. Шул уҡ ваҡытта эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Тармаҡтарға ярҙам күрһәтеү буйынса бер нисә республика программаһы эшләй, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы булышлығында «РВ-1» радиоэлектрон технопаркы төҙөлә. Бөгөн был —  мөһим йүнәлештәрҙең береһе. 2024 йылдың аҙағына әлеге технопарк «тулы ҡеүәттә эшләй башлар», тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас: