+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июня 2024, 03:45

Йәшен атҡан

4 июндә Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында һауа торошона бәйле күңелһеҙ хәл булған.

Йәшен атҡанЙәшен атҡан
Йәшен атҡан

4 июндә Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында һауа торошона бәйле күңелһеҙ хәл булған.

Көслө ямғыр ваҡытында ике һыйырҙы йәшен атҡан. Электр разрядынан хайуандар шунда уҡ йән биргән.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белдереүенсә, ошо көндәрҙә ҡурҡыныс тәбиғәт күренештәренең йышайыуы көтөлә. Көслө ел, йәшен, борсаҡ яуыуы һөҙөмтәһендә йорт-ҡаралты зыян күреүе ихтимал, тип иҫкәртә белгестәр.

Автор:
Читайте нас