+30 °С
Болотло
Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләй башланылар.
Дөйөм алғанда, төбәк аграрийҙары алдында бер баш малға кәмендә 26 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләү бурысы тора, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
Быйылғы миҙгелдә мал аҙығы культуралары 590 мең гектарға яҡын майҙанды биләй. Бесән һәм силос өсөн люцерна, кәрешкә, туҡранбаш, кәзә үләне, кукуруздың йәшел массаһы үҫтерелә.