Кисә, 5 июндә, Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум асылды.
Унда Башҡортостан стенды ла айырым майҙан биләй. Форум 1997 йылдан үткәрелә. Ул дәүләттәр башлыҡтарын һәм сәйәси лидерҙарҙы, төбәктәр етәкселәрен, министрҙарҙы, иң эре сит ил һәм Рәсәй компаниялары башлыҡтарын берләштергән иң ҙур ваҡиға булып тора.
Быйыл Башҡортостан майҙансығы бал ҡорто рәүешендә ҡоролған. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы геном лабораторияһы ғалимдары, бал ҡорто геномын өйрәнеп, унда уңышҡа өлгәшеүҙең абсолют дөрөҫ формулаһы барлығын билдәләй.
Башҡортостан 85 ил менән бәйләнеш тота. Төбәктә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән тауар әйләнешенең – 6,2 процентҡа, Африка илдәре менән 15 тапҡырға артыуы күҙәтелә.