+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Июнь 2024, 04:25

Ут менән һаҡ булығыҙ

Көндәр ҡороға тартты. Һауа торошона бәйле тәбиғәт янғындары ла үҙен белгертте.

Ут менән һаҡ булығыҙУт менән һаҡ булығыҙ
Ут менән һаҡ булығыҙ

Көндәр ҡороға тартты. Һауа торошона бәйле тәбиғәт янғындары ла үҙен белгертте.

Йыл башынан алты тәбиғәт янғыны теркәлгән. Әлбиттә, хәл былтырғы менән сағыштырырлыҡ түгел – 2023 йылда ошо мәлгә 75 янғын сыҡҡан булған. Дөйөм алғанда, әлегә 16,38 гектар майҙан уттан зыян күргән.

Һуңғы көндәрҙә Әбйәлил, Белорет, Благовещен, Йылайыр, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарында, Октябрьский ҡалаһында бөтәһе 1,821 гектар майҙанда ҡоро үлән янып китеүенең ете осрағы булған.

Республика биләмәһендә 27 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Тәбиғәткә сыҡҡанда ут яғыу ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ.

Автор:
Читайте нас