Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ишле ғаиләләрҙәге мәктәп уҡыусыларының бөтә төр йәмәғәт ҡала транспортында бушлай йөрөүе хаҡында закон ҡабул итергә ниәтләй. Республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы парламентҡа бөгөн закондарға шул турала төҙәтмәләр индереү хаҡында проект тәҡдим итте.
Был үҙгәреш, килем кимәле ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ҡалала йәшәүсе бөтә ишле ғаиләләргә ҡағыласаҡ. Балалар уҡыу йылы дауамында көнөнә ике тапҡыр бөтә төр ҡала транспортында: автобуста, троллейбуста, трамвайҙа бушлай йөрөй аласаҡ.
Льгота 2024 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инер, тип күҙаллана.
Фото “Башинформ”дан алынды.