3 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе.
Унда төбәктең һыу ресурстарын һаҡлау һәм йылға транспортын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, был йүнәлештәр бер-береһенә бәйле һәм шуға ла программа сараларын әҙерләү комплекслы мөнәсәбәт талап итә. Мәҫәлән, Ағиҙел һыу юлдары районы һәм суднолар йөрөү – Кама эске һыу юлдары бассейны хакимиәте филиалы начальнигы Марат Аҡтуғанов, төп суднолар йөрөүсе йылғаларҙың тулы һыулылығын арттырыу мөһим бурыс булып тора, тип иҫәпләй. Шуға бәйле йылғаларҙың үҙәндәрен таҙартыу һәм уларҙың һайығыуына ҡаршы көрәш даими алып барылырға тейеш.
Ә Кама бассейны һыу идаралығы етәксеһе урынбаҫары – федераль һыу ресурстары агентлығы филиалы – Башҡортостан буйынса һыу ресурстары бүлеге начальнигы Виталий Тюр антропоген факторҙарҙың кире йоғонтоһон кәметеү кәрәклегенә иғтибар итте. Һүҙ был осраҡта шул иҫәптән йылға үҙәндәрендә ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын сығарыуҙы һәм сәнәғәт предприятиеларының һыу ресурстарын файҙаланыуын оптималләштереү тураһында бара. Бынан тыш, эксперттар быуалар һәм һыу һаҡлағыстар каскадтары төҙөүҙең маҡсатҡа ярашлылығын өйрәнә.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә белгестәрҙең баһаларын анализларға һәм бер ай эсендә төбәктең һыу балансын һаҡлауҙың һөҙөмтәле саралары буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.