+24 °С
Ямғыр
Мәләүездә йәшәүсе 52 йәшлек Ольга Добреньканы (Туленкова, Ҡунаҡбаева) эҙләйҙәр. «Лиза Алерт БР" гәзите хәбәр итеүенсә, ҡатын 2 июндә хәбәрһеҙ юғалған. Ирекмәндәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, ул аҡ футболка, зәңгәр джинсы салбар, аҡ кроссовки һәм ҡара бейсболка кейгән. Ҡатындың билдәләре: буйы – 176 см, уртаса кәүҙәле, аҡһыл сәсле һәм һоро күҙле. Уның ҡайҙалығын белгән һәр кемгә 8-937-3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар. Ә яңыраҡ Өфөлә ҡотҡарыусылар үҫмер Дамир Әҙеһәмовты эҙләүҙең 66-сы көнөнә йомғаҡ яһаны.
Сығанаҡ: "Башинформ".