+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Июнь 2024, 04:45

Грант конкурсына ғариза биреп өлгөр

Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты тамамлана.

Грант конкурсына ғариза биреп өлгөрГрант конкурсына ғариза биреп өлгөр
Грант конкурсына ғариза биреп өлгөр

Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты тамамлана.

2024 йылда йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеү буйынса конкурста бер проект өсөн 2  миллион һумға тиклем аҡса бүленә. Проекттың дөйөм бюджеты 40 миллион һум тәшкил итә.

Конкурста республикалағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Бынан тыш, ҡатнашыуға илдең башҡа субъекттарынан коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа саҡырыла.

Конкурсҡа ғаризалар социаль әһәмиәтле характерҙа булырға һәм 14-35 йәшлек йәштәрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш.

Конкурсты үткәреү тураһында положение талаптарына ярашлы, тултырылған ғаризаны урындағы ваҡыт буйынса 10 июндә 17:00 сәғәткә тиклем грантыглавы102.рф сайты аша бирергә кәрәк.

Ғаризаны тултырыу буйынса мәғлүмәтте  https://vk.com/video/playlist/-191923773_4 һылтанмаһы буйынса Фонд берләшмәһендәге видеолар араһында табырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас