Өфөлә финанс яҡтан мәғлүмәтле ғаиләләр араһында Бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк этабында ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды. Бәйгенең был осоро 8 июндә 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем Өфө, Мостай Кәрим урамы, 69/1 адресы буйынса Финанс университеты бинаһында уҙасаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн моифинансы.рф сайтында теркәлергә кәрәк.
Программала: лекциялар, аҡса һаҡлау буйынса квиз, финанс күнекмәләре буйынса квест, инвестициялар буйынса оҫталыҡ дәресе һәм эшлекле уйын.
Сарала ғаиләләр бергәләшеп уйын балдары – “алтындар” йыясаҡ. Иң күп “алтын” йыйған еңеүселәр Мәскәүгә фестивалдең федераль этабында ҡатнашырға бара.
Фестивалдә әсәйҙәр, атайҙар, балалар, өләсәйҙәр, олатайҙар һәм башҡа туғандар ҡатнаша ала. Командалар ике-дүрт кешенән торорға мөмкин. Сара иҡтисади яҡтан әүҙем 14 йәштән өлкән кешеләргә иҫәпләнгән.
Ойоштороусылар: Финанс университетының халыҡтың финанс мәғлүмәтлеге буйынса федераль методик үҙәге, Рәсәй Финанс министрлығы, Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү финанс институты.