Табиптар сәләмәт булыу өсөн спорттың ни тиклем мөһим икәнлеген үҙ өлгөһөндә күрһәтә – республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең быйылғы еңел атлетика кросында 56 команда, 370-тән ашыу кеше ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау һәм БДМУ хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.
Ярышҡа күптәрҙең тотош ғаиләләр менән килеүе маҡтауға лайыҡ. “Һаҡмар” шифаханаһынан Рәхмәтуллиндар, Күмертау дауаханаһынан Собханғоловтар, “Толпар” шифаханаһынан Вафиевтар, Белорет дауаханаһынан Ғариповтар, Ҡырмыҫҡалы дауаханаһынан Юлмөхәмәтовтар ғүмер буйы спорт менән дуҫ һәм был юлы ла һынатманылар.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се дауаханаһындағы ҡан тамырҙары үҙәге хирургы, дүрт бала атаһы Олег Захаров та ярыштарҙа даими ҡатнаша. Әле ул бишенсе урынды алды. “Спорттың был төрө көс һәм дәрт бирә”, – ти көн һайын иртән йүгереүҙе ҡағиҙә иткән табип.
Был көндө балалар өсөн дә күңелле старттар, төрлө уйындар ойошторолдо.
– Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бирә. Сәләмәт булып ҡалыуҙың ни ҡәҙәр мөһим икәнен һәм бының өсөн ни эшләргә кәрәклеген медиктар үҙ миҫалында күрһәтә, – ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Роберт Иштуков.
Фотолар: БР һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының социаль селтәренән.
#Һаулыҡһаҡлаупрофсоюзы
#Медицинахеҙмәткәрҙәрепрофсоюзы