+30 °С
Болотло
Йылайыр районынан сыҡҡан яҡташтар Өфөлә тығыҙ аралашып йәшәй.
Йыл да йәй башында “Йылыйырҙар йыйыны” үтә. Быйыл сара 8 июндә Өфө районының Шамонин ауылы эргәһендәге аҡланда ойошторола.
Йыйынға килеүселәрҙе профессиональ сәхнә оҫталары һәм һәүәҫкәр артистар ҡатнашлығында концерт көтә. Шулай уҡ халыҡ уйындары, ярыштар ойошторола. Балалар өсөн айырым майҙансыҡ эшләйәсәк.
Сара иртәнге 11-ҙә башлана.