+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Мая 2024, 09:47

Йәйгесә йылы көндәр килә

Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡшы һауа торошо көтә.

Йәйгесә йылы көндәр киләЙәйгесә йылы көндәр килә
Йәйгесә йылы көндәр килә

Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡшы һауа торошо көтә. Башгидромет хәбәр итеүенсә, шәмбе, 1 июндә, башлыса яуым-төшөмһөҙ, Башҡортостандың көньяғында бер аҙ ямғыр яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ урыны менән талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көнсығыш райондарҙа +3 градусҡаса. Көндөҙ +21, +26 градус.

Йәкшәмбе, 2 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Башлыса яуым-төшөмһөҙ, көньяҡта бер аҙ ямғыр. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көнсығыш райондарҙа +3 градусҡаса. Көндөҙ +23, +28 градус.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас