Сергей Аксаков исемендәге Өфө мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында яңы скульптура композицияһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ул – Брайль шрифты менән китап уҡып ултырған һәм оҙатып йөрөүсе эте булған һуҡыр ҡыҙ һыны. Арт-объектты булдырыу тәҡдиме менән Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт башланғыстарына ярҙам итеү төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә «Аҡтырнаҡ» ярҙамсы эттәр хужалары клубы етәксеһе Гүзәл Хәсәнова сығыш яһаны. Күренекле рус яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Сергей Тимофеевич Аксаков ғүмеренең һуңғы йылдарында насар күргән. Үҙенең бөтә донъяға билдәле «Ал сәскә» әкиәтен әҙип ҡыҙы Вераға һөйләп яҙҙырта, сөнки ул ваҡытта яҙыусы ғәҙәти ысул менән уҡый һәм яҙа алмай.
Арт-объект күреү һәләте һүлпәнәйгән кешеләрҙең мөмкинлектәрен киңәйтеү һәм уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн дә әһәмиәтле буласаҡ. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең проблемаларына, йәмғиәттә уларҙы яраҡлаштырыу мәсьәләләренә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
– Беҙ һуҡыр ҡыҙ уҡыған асыҡ китапта Брайль шрифты менән баҫылған тексты (мәҫәлән, «Ал сәскә» әкиәтенең юлдарын) уң яҡҡа урынлаштырырға, ә һул яҡта хәрефтәргә тап килгән Брайль алфавитын күрһәтергә тәҡдим итәбеҙ. Шулай итеп, баҡсала һәр кем Брайль буйынса тексты үҙе уҡый аласаҡ, – тип хәбәр итә проектты ойоштороусылар. Был проектты хуплау өсөн махсус һылтанма (по ссылке) буйынса онлайн-тауыш биреү үткәрелә.
Фото: "Башинформ"дан.