+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
30 Май 2024, 03:40

Венер Ғәлиев тағы алышҡа сыға

31 майҙа “Өфө-Арена”ла үткән АСА-176 боксерҙар турнирында данлыҡлы башҡорт спортсыһы Венер Ғәлиев ҡатнаша.

Венер Ғәлиев тағы алышҡа сығаВенер Ғәлиев тағы алышҡа сыға
Венер Ғәлиев тағы алышҡа сыға

31 майҙа “Өфө-Арена”ла үткән АСА-176 боксерҙар турнирында данлыҡлы башҡорт спортсыһы Венер Ғәлиев ҡатнаша.

Ул Румыниянан Аурел Пиртеа менән алыша. Турнир Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арнала.

Венер Ғәлиев ММА-ла 24 йыл сығыш яһай. Беренсе алышын ул 2000 йылда үткәрә, барлығы 36 еңеү яулай.

Спортсы - универсаль алыш һәм самбо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Панкратион, универсаль алыш, алыш самбоһы, ирекле алыш, ҡул һуғышы буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы исемдәрен йөрөтә.

Яҡташыбыҙға рингта уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:
Читайте нас