+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
30 Май 2024, 07:50

Пенсияны Дәүләт хеҙмәттәре аша юллағандар

Йыл башынан Башҡортостанда йәшәүсе 2380 кеше ҡартлыҡ буйынса пенсияларын Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юллаған.

Пенсияны Дәүләт хеҙмәттәре аша юллағандарПенсияны Дәүләт хеҙмәттәре аша юллағандар
Пенсияны Дәүләт хеҙмәттәре аша юллағандар

Йыл башынан Башҡортостанда йәшәүсе 2380 кеше ҡартлыҡ буйынса пенсияларын автоматик рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юллаған, тип хәбәр итә Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.

Бының өсөн өҫтәмә документтар тапшырыу кәрәкмәй, ғариза ғына яҙыу талап ителә.

Шуныһы мөһим: пенсияға сығыусының шәхси лицевой иҫәбендә уның хеҙмәт эшмәкәрлегенең бөтә осорҙары ла сағылырға тейеш. Барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә ингәнме-юҡмы икәнен белеү өсөн, Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәттәрендә, йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, йә булмаһа Күп функциялы үҙәк офистарында лицевой иҫәптән күсермә алырға мөмкин.

 Әгәр күсермәлә мәғлүмәттәр дөрөҫ икән, ғариза теркәлгәндән алып өс сәғәт эсендә пенсия иҫәпләнәсәк. Был турала кешенең Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетына хәбәр киләсәк. Пенсия, кешенең теләге буйынса, йә ғаризала күрһәтелгән банк иҫәбенә, йә почта аша күсереләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы 58 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 63 йәше тулған ир-аттарға тәғәйенләнә. Уларҙың кәмендә 15 йыл страховка стажы һәм 28,2 пенсия коэффициенты булырға тейеш.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас