+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
30 Май 2024, 11:20

Башҡортостанда "Эшҡыуар әсәй" проектына йомғаҡ яһалды

 «Торатау» Конгресс-холында "Эшҡыуар әсәй" мәғариф проектының төбәк этабында еңеүселәрҙе бүләкләү һәм проекттарҙы яҡлау сараһы үтте. Программа «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Татьяна Илюшникованың шәхси ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда "Эшҡыуар әсәй" проектына йомғаҡ яһалдыБашҡортостанда "Эшҡыуар әсәй" проектына йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда "Эшҡыуар әсәй" проектына йомғаҡ яһалды

 «Торатау» Конгресс-холында "Эшҡыуар әсәй" мәғариф проектының төбәк этабында еңеүселәрҙе бүләкләү һәм проекттарҙы яҡлау сараһы үтте. Программа «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Татьяна Илюшникованың шәхси ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

- «Эшҡыуар әсәй» программаһына иғтибар арта. Былтыр ғына 5 мең ғариза ҡабул иттек, проектта бөтә илдән йәмғеһе 3,5 мең ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты, грант ярҙамының күләме 10 миллион һумға яҡынлашты, тағы 5 миллион һум башҡа төр ярҙам сиктәрендә тотонолдо, - тип аңлатты Татьяна Илюшникова.

Тантаналы өлөштө Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина асты. Ул ҡатнашыусыларҙы уҡыуҙы уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы һәм сертификаттар тапшырҙы

- Бөгөн Башҡортостанда шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәрҙең 40 проценттан ашыуын гүзәл заттар тәшкил итә. Бизнеста ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тиң мөмкинлектәр иҡтисадты нығытыуға, яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә һәм инновацияларға дәртләндерә. Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы артабан да уңышлы үҫешәсәк, - тип билдәләне Алиса Ғибәҙуллина. «Жаворонковтарҙың экопродукттары» бизнес-проекты өсөн Марина Жаворонкова 100 мең һум күләмендә федераль грантҡа сертификат алды. Шулай уҡ iDialogue проект партнеры уға инглиз телле белем биреү онлайн-платформаһы менән бер ай бушлай файҙаланыу мөмкинлеген бүләк итте. Республиканың Ҡалтасы районы Ҡанғол ауылынан йәш эшҡыуар Марина Жаворонкова һөнәре буйынса уҡытыусы. Ул башҡорт балынан шоколад пастаһы, имән сәтләүегенән ҡәһүә һәм башҡа файҙалы аҙыҡ-түлек етештереү идеяһын тәҡдим итте. Өс бала әсәһен һәм уҡытыусыны сәләмәт туҡланыу темаһы ҡыҙыҡһындыра.

Проектта ҡатнашыусыларҙың ҡалғандары ла бүләктәр алды.  

  Аделя Замилова шулай уҡ бизнес-тренерҙан проектты үҫтереүгә 100 мең һум күләмендә шәхси грант алды. Быйыл проектта ҡатнашыу өсөн бөтәһе 130-ҙан ашыу ғариза бирелгән, 34 әсәй уҡыуҙа ҡатнашҡан.  

Фото:  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас