+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Мая 2024, 04:00

"Мин башҡортса һөйләшәм"

Алдағы йәкшәмбелә, 1 июндә, Өфөнөң Арт-квадрат майҙансығында "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале үтә.

"Мин башҡортса һөйләшәм""Мин башҡортса һөйләшәм"
"Мин башҡортса һөйләшәм"

Алдағы йәкшәмбелә, 1 июндә, Өфөнөң Арт-квадрат майҙансығында "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале үтә.

Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Тел лабораторияһы»нан башлана. Ул көндө Арт-квадрат биләмәһендә түбәндәге зоналар эшләй:

- Башҡорт телендәге музыкаль/шиғри баттлдар зонаһы;

- Иң бәләкәйҙәр өсөн башҡорт аниматорҙары менән уйын зонаһы;

- Ата-әсәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре;

- Милли уйындар;

- Башҡортса уйындар, уйынсыҡтар, дидактик материалдар һәм китаптар;

- Башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар күргәҙмәһе.

Киске сәғәт 17:00 оло сәхнәлә башҡорт эстрадаһының йәш артистары концерт ҡуя. Унда Тимур Ямалов, RENA RNT һәм BURELAR төркөмө. Уларҙан тыш Nail Bashstyle, Q-Yan, Радмир Исмәғилев, 911th, BABY Ti, Raush, Айҙар Исхаҡов, Аlbiona & Марат Тaturas, Лилиә Сәғитова, Lovil, Toolkyn, HANQYZY һәм башҡалар ҡатнаша.

Сараға инеү бушлай.

"Мин башҡортса һөйләшәм"
"Мин башҡортса һөйләшәм"
Автор:
Читайте нас