+24 °С
Ямғыр
Баш ҡалабыҙҙың Республика клиник перинаталь үҙәгендә яңы ҡорамалдар ярҙамында 780 грамм ауырлыҡтағы сабыйға тәүге операция яһалды. Табиптар бәпесте ҡотҡарып ҡалды һәм уның сәләмәт үҫеүенә мөмкинлек бирҙе. “Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу" программаһы ярҙамында беҙгә үпкәне яһалма елләтеү өсөн өс аппарат һәм наркоз-тын алыу аппараты килде. Беҙ яңы ҡорамалдар менән тәүге операция яһаныҡ», — тип аңлатма бирҙеләр медицина үҙәгендә.
Сығанаҡ: "Башинформ".