Йәкшәмбе, 2 июндә, Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» традицион велопарады үткәрелә. Республика велосипедсыларының күләмле сараһында ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Ҡатнашыусылар парад менән бергә ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтергә йәки Октябрь проспекты буйлап велоуҙышта ҡатнашырға мөмкин.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара 2 июндә иртәнге 7-лә старт алды брифингынан башлана. Артабан сәғәт 8-ҙә Октябрь проспекты буйлап велоуҙышҡа старт бирелә. Велопарадҡа йыйылыу иртәнге сәғәт 10-ға тәғәйенләнгән.
«1000 велосипедсы көнө» велопарадына бушлай номерҙар 28 майҙан уҡ «Өфө ҡала советы» туҡталышында таратыла башлай.
Сараға теркәлеү телеграм-ботта.
Сығанаҡ: «Башинформ».